-12 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
25 Сентябрь 2025, 15:14

Жасмин – «Бауырһаҡ» отряды командиры

Дуҫтар, һеҙҙе республикабыҙҙың һәләтле, әүҙем уҡыусылары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Жасмин – «Бауырһаҡ» отряды командиры
Жасмин – «Бауырһаҡ» отряды командиры

Яңыраҡ Өфөләге 115-се гимназия уҡыусыһы Жасмин Рәхимова Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында «Командир» номинацияһында III урын алды. Башҡортостан Республикаһы үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары етәксеһе урынбаҫары, «Бауырһаҡ» отряды командиры ул. Шулай уҡ Рәсәй студент отрядтарының төбәк штабы ағзаһы ла Жасмин.
«ТрудКрут» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы Пермдә үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары слёты барышында үткән. Унда илдең 30 төбәгенән 300 үҫмер ҡатнашҡан.
Әүҙем Өфө ҡыҙы ситтән тороп ойошторолған турҙа еңгән һәм икенсе турҙа ла һынауҙарҙы уңышлы үткән, 2026 йылға хеҙмәт отряды үҫеше буйынса презентацияһын яҡлаған.
Әткәндәй,ул 2025 йылда илебеҙҙә 18 йәшкә тиклемге 50 мең үҫмер Рәсәй студенттар отрядтары составында эшләгән. Дуҫтар, һеҙ ҙә РСО составындағы үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтарына ҡушылығыҙ.

– Жасмин, үҙең менән таныштырып, үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары тураһында һөйләп үт әле, – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Мин 115-се гимназияның X«B» химия-биология синыфында уҡыйым. Рәсәй студент отрядтарында 2023 йылдан торам. Үҙебеҙҙең төбәктән РСО слётында ҡатнашыу күңелемә осҡон һалды һәм ошо йүнәлештә эшләргә дәрт уятты. Үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары 14-17 йәштән рәсми эшкә урынлашыу мөмкинлеген бирә. Йәғни тәүге эш тәжрибәһе алырға мөмкин, был киләсәктә карьера үҫешендә бик кәрәк буласаҡ.
Беҙ төрлө сараларҙа, слёттарҙа ҡатнашабыҙ. Сәйәхәт итергә, ил буйынса дуҫтар табырға мөмкин. Киләсәккә һөнәр һайлағанда йүнәлеш бирергә ярҙам итә был хеҙмәт отряды. Улар Рәсәй студент отрядтары составына инә. Медицина, төҙөлөш, ауыл хужалығы буйынса эшләп ҡарап, һиңә ҡайһыһы тап килгәнен аңларға мөмкин.
Быйыл мин үҙемдең отрядымды йыйып, командир булып киттем. Күпмелер тәжрибә тупланғас, бүтәндәрҙе артымдан эйәртергә, уларҙы ла студент отрядтары менән таныштырырға теләнем. Бая әйткәнемсә, был бит рәсми рәүештә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирә.

 – Һин «Артек«та ла булғанһың...
- Эйе, «Артек»халыҡ-ара, «Океан» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә булыу бәхете тейҙе. Химия, биология буйынса фәнни-практик конференцияларҙа ҡатнашып, дипломдар, грамоталар яуланым һәм конкурс буйынса «Артек»ка юлламаға лайыҡ булдым. Ә «Океан»да медиасменала ял иттем. Унда эләгеү өсөн конкурс эштәрен уңышлы үтәргә кәрәк ине.
– Һинеңсә, бөгөнгө үҫмерҙәр араһында иң ҙур мәсьәлә ниндәй?
– Әлеге ваҡытта, минеңсә, үҫмерҙәргә үҙ-үҙҙәрен, үҙ юлдарын табыуы еңел түгел. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә ниндәй йүнәлеш оҡшауын аңлап етмәй, уҡырға ҡайҙа барырға белмәйҙәр. Ә киләсәккә һөнәрҙе үҫмер саҡтан һайларға кәрәк, ҡайҙа уҡырға барыуың, артабан ҡайҙа эшләүең шуға бәйле бит. Беҙҙең үҫмерҙәр хеҙмәт отрядтары уҡыусыларға үҙ юлдарын табырға ярҙам итә лә инде.

– Отрядығыҙ тураһында һөйлә әле.
– Беҙ отрядыбыҙҙы «Бауырһаҡ» тип атаныҡ. Республикабыҙҙа, Бөтә Рәсәй слёттарында үҙебеҙ менән «Бауырһаҡ, Ҡымыҙ, Ҡурай, Башҡортостан - беҙҙең тыуған яҡ» тип таныштырабыҙ. Үҙебеҙҙең республикабыҙ мәҙәниәтен күрһәтергә тырышабыҙ. Тағы ла отрядтар төҙөһәк, уларын «Ҡымыҙ» һәм «Ҡурай» тип атарға уйлайбыҙ.
Яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгәс, беҙҙең хеҙмәт сирегендә сит өлкәләргә эшкә барғаныбыҙ юҡ, әммә киләсәктә бындай мөмкинлек буласаҡ. Әлегә төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ, үҙебеҙ менән таныштырабыҙ, уҡыусыларҙы Башҡортостан студент отрядтары ойошмаһына йәлеп итергә тырышабыҙ.
– Уҡыуында һәм бөтә башланғыстарыңда уңыштар теләйбеҙ һиңә, Жасмин!


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Жасмин – «Бауырһаҡ» отряды командиры
Жасмин – «Бауырһаҡ» отряды командиры
Жасмин – «Бауырһаҡ» отряды командиры
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас