Костюм, битлектәрҙе һатып алабыҙ ул, тиерһегеҙ. Шулай ҙа үҙең эшләүгә ни етә! Йыл хужаһы – Маъмай битлеген фетрҙан яһаһаң, бигерәк тә матур килеп сыға, оҙаҡ һаҡланасаҡ та әле.
Уны үҙ ҡулдарың менән эшләү өсөн ҡағыҙ өлгөһө, аҡбур, көрән, ҡара, аҡ төҫтәрҙәге фетр, ҡайсы, еп, елем, 6 декоратив мәрйен, резинка, теген машинкаһы кәрәк буласаҡ. Ҡағыҙ өлгөнө көрән фетр киҫәге өҫтөнә һалып, аҡбур менән уратып һыҙабыҙ. Күҙ урынын билдәләгәс, ҡырҡып алабыҙ. Инде тегеү машинаһында әҙерләмәнең ҡырынан ғына тегеп сығабыҙ, күҙ эргәһенән дә шулай уҡ йөй эшләйбеҙ. Көрән төҫтәге фетрҙан ҡолаҡтар, ҡараһынан танау, аҡтан мыйыҡ өлөштәрен киҫеп, битлеккә йәбештерәбеҙ. Аҡ фетр өҫтөнә ике яҡлап 3-әр мәрйен ҡуябыҙ. Йәбештергән өлөштәре бер аҙ нығына биргәс, битлектең артына резинка беркетәбеҙ.