Ҡыҙҙар, һеҙ иләгес менән йөн иләй беләһегеҙме? Ә бына һигеҙенсе синыфтан Әҙилә Байназарова был һөнәргә үҙҙәренең Әбдрәшит мәктәбендә эшләп килгән «Оҫта ҡулдар» түңәрәгенә йөрөп өйрәнгән. Икенсе йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, ҡул эштәренә һәләк оҫтарып алған. Түңәрәк етәксеһе Әлиә Рәйес ҡыҙы Сөләймәнова менән бергәләп бәйләү, кейеҙ баҫыу серҙәренә лә төшөнәләр, сәйләндән төрлө әйберҙәр ҙә эшләйҙәр.