Яңыраҡ ауылыбыҙҙың уңған, оҫта ҡуллы апайҙары һәм беҙ, ҡыҙ-ҡырҡын, бик матур эш башлап ебәрҙек. Һәр шәмбе ауыл китапханаһына йыйылып, ҡул эштәренә өйрәнәбеҙ. Был идеяны үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы, хәҙер Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән Нәргизә Закирова апай тәҡдим итте һәм эште үҙе ойоштороп та китте. Ул өйҙән кәрәкмәгән, кейергә эшкинмәгән әйберҙәр алып килергә ҡушты. Беҙ буй-буй итеп киҫеп, уларҙан ырғаҡ менән иҙәнгә түшәргә бик матур йомро балаҫ бәйләнек. Ә Гөлсирә Салауатова инәй һаҡал эшләргә өйрәтте. Уны яһарға теләүселәр ҙә күп ине. Ни өсөн тигәндә, әлеге көндә бик зауыҡлы биҙәүес әйбере булып тора. Ә сәйлән, тәңкә кеүек кәрәкле әйберҙәрҙе ҡалаға барған берәй кеше барыбыҙға етерлек итеп алып ҡайта ла унан һатып алабыҙ. Эльвира Ҡәйүмова апайҙан һырлап ойоҡ бәйләргә өйрәндек.