Гәзит төрөпкәләренән үрелгән тирмә, кәрзиндәр нисек матур күренә, эйеме? Быларҙы дәрестәрҙән һуң VII – VIII уҡыусылары эшләгән. Ташлы мәктәбенең рәсем, технология уҡытыусыһы Гөләйфә Иршат ҡыҙы Әкимбәтова тәүҙә интернет ярҙамында үҙе оҫтарып алған да унан балаларҙы өйрәтә башлаған. Ике йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, эштәре бик матур ғына килеп сыға. Ҡайһы берҙәрен йәрминкәләрҙә һатып, аҡсаһына морилка, лак кеүек кәрәк-яраҡтар алалар. Технологиянан район олимпиадаһында ла ҡатнашып торалар икән. Быйылғы уҡыу йылында ике уҡыусыһы – Элина Шириязданова менән Гөлшат Шәңгәрәевалар призёр булыу бәхетенә ирешкән.