Фәнис Нөғәмәнов ағас эшенә бигерәк оҫта. Ниҙәр генә яһамай ул: аш бүлмәһендә ҡуллана торған таҡталар йыйылмаһы ла, ҡалаҡтар, ҡапҡастары менән бәләкәй генә һауыттар, сыйырсыҡ оялары… Мәктәптәге «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә теләп шөғөлләнә бит.
Уҡыуы ла һәйбәт уның. Етенсе синыфты «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Ата-әсәһенең оло ярҙамсыһы. Ҡустыһы Юлдаш менән картуф күмделәр, емеш-еләккә һыу һибәләр, еләккә йөрөйҙәр.
Һүрәттә һеҙ уны үҙе яһаған таҡталар йыйылмаһы менән күрәһегеҙ.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.