+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ун ете төрлө самолёт яһаған

Иртәнге туғыҙҙар тирәһе. Мин танышырға теләгән малай йоҡонан торҙомо икән һуң, каникул бит әле, тип уйлап, ишекте асам.

Иртәнге туғыҙҙар тирәһе. Мин танышырға теләгән малай йоҡонан торҙомо икән һуң, каникул бит әле, тип уйлап, ишекте асам.
– Әйҙүк, үтегеҙ, беҙҙең балалар иртәнге 7-нән үк үҙҙәре тора ул. Ана, әллә ҡасан йүгерешеп йөрөй­ҙәр, – тип ҡаршы алды хужабикә. Зөлфиә һәм Мәхмүт Мөхәмәтйә­новтар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкәндәре Әлфиә – алтынсы, Нурислам – бишенсе, Нуретдин беренсе синыфты тамамла­ған. Йәмиләгә – 5, Әмирханға 2 генә йәш әле. Таңдан тороп йөрөүҙәренән үк уңғанлыҡтары, эшһөйәрлектәре күренеп тора.
– Гел бергәләр, берҙәмдәр, Аллаға шөкөр. Бөтә эштә лә ярҙамсылар. Әлфиә – уң ҡулым. Аш-һыу, ҡамыр ризыҡтарын да гел бергәләп әҙерләйбеҙ. Картуф, йәшелсә баҡсаларына әле сыҡҡаным да юҡ, балалар үҙҙәре бөтәһен дә ҡарай. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерергә кәрәктер ул, ярҙам итәм тигән саҡтарында, ваҡыт юҡ, ҡуй, болғанма, бысранма, тип тормаҫҡа. Нурислам менән Нуретдин бесәнде йыйып, ташығанда ла ярҙамлаша. Йәмиләбеҙ ҙә ҡул араһына инеп бара инде хәҙер, – ти әсәйҙәре. Яңыраҡ ҡына ул Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнгән.
Бигерәк тә Нурислам ҡыҙыҡһындыра ине мине. Ул ҡағыҙҙан төрлө әйберҙәр яһарға ярата, оригами менән мауыға икән. 17 төрлө самолёт эшләгәне тураһында маҡтап һөйләгәйнеләр.
– Бына ошондай дүрт ҡанатлы самолёт шәп оса, – тип үҙе уйлап сығарған бер осҡосто яһап та күр­һәтте. Открыткаларының ниндәйе генә юҡ: ҡағыҙ битенә төҫлө ептәр менән тегеп тә, сағыу рәсемдәр йәбештереп тә башҡарған. Уларҙы матур конверттарға һалып, бүләк итергә ярата икән. Рәсем эшләргә лә оҫта үҙе. Әле ағасты көйҙөрөп һүрәт төшөрөргә өйрәнергә хыяллана. Тик атаһы бушамайыраҡ тора шул. Ауылда эш күп, әлбиттә. Йәйгеһен бигерәк тә. Әммә көҙ етеү менән, яратҡан шөғөлгә ваҡыт була башлай. Кистәрен, мә­ҫәлән.
Балалар яҡшы уҡый, компьютер­ҙа ваҡыттарын бушҡа әрәм итеп ултырмайҙар, һәр береһе сиратлап берәр сәғәт кенә. Тәртипле, тыйнаҡ, ипле, егәрле ҡыҙҙар һәм улдар тәрбиәләгән был ғаиләгә артабан да матур ғына бер бәләкәй дәүләт булып бәхетле йәшәүҙәрен теләйек.

Э. РӘШИТОВА.


Бөрйән районы, Мәһәҙей ауылы.
Читайте нас: