+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Байрам салаты

Яңы йылды һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Байрамдың төп өлөшө – табын­дыр. Уның Сусҡа йылы икәнлеген иҫәпкә алып, үҙе менән бәйле берәй ризыҡ төрө булыр­ға тейеш, тигән ырым йәшәй. Шуға ла мин һеҙгә яратҡан Яңы йыл салатымды тәҡ­дим итәм.

Уның өсөн беҙгә 100 грамм колбаса, 4 бешкән йомортҡа, 250 грамм маринадланған бәшмәк, 1 банка консерваланған кукуруз, 200 грамм ҡаты сыр, 1 баш һуған, майонез йәки ҡаймаҡ, 200 грамм краб таяҡсалары, биҙәр өсөн йәшел үлән тәмләткестәре кәрәк буласаҡ.
Башта үҙебеҙгә уңайлы булған һауыт алабыҙ. Иң аҫҡа кукурузды һалабыҙ. Туралған бәшмәкте икенсе ҡат итәбеҙ. Артабан сыр, һуған, йоморт­ҡаны ҡырғыстың ваҡ яғынан үткәреп, өҫтөнә һибәбеҙ. Һәр бер ҡатын ҡаймаҡ йәки майонез менән буяп барабыҙ. Шулай үҙебеҙгә оҡшаған бейеклектә сусҡа формаһына килтерәбеҙ. Мороно булған ергә сыр менән йоморт­ҡаны күберәк өйөр кәрәк. Өҫтөнә краб таяҡсаларын ваҡ ҡына итеп турап һибәбеҙ. Колбасанан моронон һәм ҡолаҡтарын эшләп ҡуябыҙ. Күҙҙәре зәйтүн емешенән булыр. Эргәләрен йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.
Ябай, шул уҡ ваҡытта бик үҙенсәлекле генә салат килеп сыҡты. Ашығыҙ тәмле, өҫтәлдәрегеҙ йәмле, байрамығыҙ күңелле үтһен! Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы 2019 йыл менән, дуҫтар!


Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: