Хеҙмәт дәресендә күберәк ағасты семәрләп биҙәү менән шөғөлләнәләр. Уҡытыусы ағайҙары тегергә лә оҫта. Шуға ла бында малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа тегергә лә, ағас менән эш итергә лә өйрәнә. Ана, ҡыҙҙар махсус бысаҡтарҙы нисек оҫта ҡуллана. Салауат Шәймөхәмәт улы әйтеүенсә, уларға был эш хатта нығыраҡ оҡшай икән. Аш бүлмәләрендә ҡуллана торған таҡталарҙы «һә» тигәнсе эшләп ҡуялар. Юғарыраҡ синыфтарҙа журнал өҫтәлдәре, кейем элгестәр, гөл һауыттарын ҡуя торған ҡулайламалар, сыйырсыҡ оялары яһайҙар. Ә былар – барыһы ла хужалыҡта кәрәк әйберҙәр.