+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөғжизәләр һынландыра

Ябай ғына күренгән пластилиндан эшләнгән был илаһи ижад емештәренең матурлығына һоҡланып ҡарағанда «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер ҡабат ышанаһың. Һәр береһенән айырым бер ихласлыҡ, йылылыҡ бөркөлөп торғандай...

Азамат ҒӘБДЕЛХӘМӘТОВ башланғыс синыфта ғына уҡыһа ла, хас та ҙур талант эйәһе! Тфү! Үҙенә күҙ теймәһен. Ул «Һынлы сәнғәт төрө – әүәләү» түңәрәгенә йөрөй. Өлгө булырлыҡ ижади эштәре менән бик күп халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша. Ә ваҡ плас­тиктан башҡарылған «Этюд» I урын ала. Малай шулай уҡ «Иҙел» балаларҙың өҫтәмә белем биреү мәктәбенә лә йөрөй. Етәксеһе – Елена Александровна Квашук. Азамат унда пластилиндан төрлө-төрлө һындарҙы мөкиббән китеп әүәләп эшләй.

Бына ниндәй шәп малай үҫеп килә! Артабан да ошо шөғөлөң үҙеңә дөрөҫ һөнәр һайларға ярҙам итһен, Азамат!
Читайте нас: