– Ҡарт өләсәйебеҙ бешергән икмәк тәмлерәк була торғайны, тип әсәйем гелән маҡтағас, мин дә ҡыҙыҡһына башланым. Уның үҙенән ике төрлө ҡамыр әсеткеһе эшләү юлын өйрәндем: береһе – шыттырылған бойҙай, икенсеһе – ҡомалаҡ менән. Уларҙы әҙерләр өсөн тарттырылмаған бойҙай һәм юғары сортлы он кәрәк була.
Тәүге әсеткене эшләр өсөн бойҙайға һыу ҡоябыҙ. Күбә башлаһа, артығын түгеп, полиэтилен ҡаплап, төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Унан шыттырылған бойҙайыбыҙҙы блендер аша үткәреп, һыу, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалабыҙ. Ул ҡаймаҡ ҡуйылығы һымаҡ килеп сығырға тейеш. Аҙаҡтан тишек ҡапҡас менән ябылған банкаға һалып, бер аҙға ҡуйып торабыҙ.
Ә икенсеһе өсөн кәстрүлгә 1 стакан ҡомалаҡ, шул сама һыу һалып, 10 – 20 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Унан һүндереп, төнәтергә ҡуябыҙ. 12 сәғәттән һуң инде 1 ҡалаҡ бал, 1 стакан он һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығы хәленә килтерәбеҙ. Шулай уҡ тишек ҡапҡаслы банкаға һалып, йылы урынға ултыртабыҙ.
Ошо ике төрлө әсеткенән әсәйем менән икмәк бешереп, синыфташтарымды ла һыйланым. Бик тәмле килеп сыҡҡан, тип маҡтанылар, – ти Стәрлетамаҡтағы 33-сө мәктәптә беренсе синыфты тамамлаған Лиза Ульянова.
Был турала ғилми хеҙмәт яҙып, Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында уҙғарылған башланғыс синыф уҡыусыларының «Бөтәһен дә белгем килә» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеү ҙә яуланы йәш хужабикә. Ул баһалама төркөмө ағзаларын һәм секцияла ҡатнашыусыларҙы ла әсәһе менән бергәләп бешергән икмәктәре менән һыйланы. Ысынлап та, бик тәмле килеп сыҡҡан ине.