+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорамалар ҡорай инәйҙәр

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе. Бөтә күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп эшләнгән ҡул эштәре зауыҡлылығы менән һоҡландыра. Милли биҙәктәр менән һуғарылған ижад өлгөләрен төрлө күргәҙмәләрҙә, байрамдарҙа ла күрергә була.

Һуңғы йылдарҙа был эшкә ағинәйҙәрҙең йылдам тотоноуы иғтибарға лайыҡ. Бөрйән районында, мәҫәлән, биш йыл инде «Кәрәҙ» ҡорамасылар клубы эшләп килә. Уны хаҡлы ялдағы уҡытыусы, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина алып бара. Башланғыс синыфтарҙа, аҙаҡ инде Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән уҡытҡан саҡта­рында уҡ ҡул эштәре менән булыша.

– Дәрестә һөйләп кенә балаларға бөтәһен дә еткереп булмай. Ниндәйҙер әйберҙе күрһәтһәң, улар яҡшыраҡ ҡабул итә. Үҙем милли кейемдәр тегеп, түшелдерек, ҡашмау эшләп, сигеп, эштә­ремде уҡыусыларыма күрһәтә торғайным. Мәктәбебеҙҙә мәҙәни ҡомарт­ҡыларыбыҙға арналған музей ҙа булдырҙым.

Хаҡлы ялға сығып, районға ҡайт­ҡас та ҡул ҡаушырып ултырғы килмәне. Район буйынса ағинәй­ҙәр өсөн «Кәрәҙ» ҡорамасылар клубын ойоштороп ебәрҙем. Барыһы ла белеүенсә, башҡорт балы Бөрйәндең бренды бит инде. Йыл һайын районда «Бөрйән балы – башҡорт даны» тигән этнофестиваль дә ойошторола. Шул ваҡытта байрамды биҙәргә лә, башҡорт балын үҙебеҙсә үҙенсәлеклерәк күрһәтергә лә кәрәк ине. Шуға беҙ кәрәҙҙе клубыбыҙҙың төп темаһы итеп алдыҡ, – ти Рәшиҙә Хәй ҡыҙы.

Ағинәйҙәр менән эште тәүҙә иң ябайынан – ҡорамаларҙы ҡатырғаға ултырnыу юлынан башлаһалар, хәҙер инде бик ҡатмарлыларын эшләүе лә бер ни түгел. Алдан һөйләшеп, бөтәһенә лә уңайлы көндө билдәләйҙәр ҙә бер урынға йыйылып, күргәҙмә, байрамдар өсөн алты мөйөштәрҙән торған зауыҡлы, матур әйберҙәр ҡорайҙар. Биш-алты кеше ҡорамаларҙы төҙөп биреп торһа, икенселәре машинка менән тегә... Күмәкләп тотонғас, эштәре лә бик ырамлы, тиҙ башҡарыла. Бер яҡтан, шулай өмә, кис ултырыу йолалары ла тергеҙелһә, икенсе яҡтан, эштәрен сәй табындары менән тамамлап, үҙ-ара яҡындан ара­лашып, мөнәсәбәттәр яйлана.

«Кәрәҙ» ҡорамасылар клубы Иҫке Собханғолда урынлашһа ла, Рәшиҙә Ғиззәтуллина райондың бөтә ауылдарына ла оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә сыға. Хәҙер күптәр өйрәнеп алып, үҙҙәре өйҙәрендә матур-матур ҡорама әйберҙәр яһай, күргәҙмәләргә ҡуя.

– Быуындар күсәгилешлеге һаҡланһын өсөн үҙегеҙҙең белгәндәрегеҙҙе ҡыҙҙарығыҙға, килендәрегеҙгә, күрше-күләндәрегеҙгә, туған-тыумасаларығыҙға ла өйрәтегеҙ, тием. Был шөғөл менән һәр ҡатын-ҡыҙ булышырға тейеш, тип иҫәпләйем, – ти оҫтабикә ханым.

Иҫке Собханғолда «Кәрәҙ» ҡорамасылар клубының үҙ бүлмәһе лә бар. Уның былтыр 200 мең һумлыҡ республика Башлығы грантына лайыҡ булыуы, шул аҡсаға йыһазландырылыуы ла оло ҡыуаныс инде.

Ә алдағы йылда республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршыларға әҙерләнә икәнен барыбыҙ яҡшы беләбеҙ. Район, республика байрамдарында әүҙем ҡатнашҡан «Кәрәҙ» ҡорамасылар клубы ла был ҙур саранан ситтә ҡалмаясаҡ.
Читайте нас: