0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡул эштәре матур, ә һыуытҡыста – тәмле салаттар

Мөрсәлим мәктәбенең технология бүлмәһендә ҡул эштәренең күплегенә хайран ҡалдыҡ. Улар шул хәтлем зауыҡлы, килгән һәр бер ҡунаҡты үҙҙәренә ылыҡтырып, тартып тора ине!


Белем усағында технология уҡытыусыһы Эльвира Аҡмырҙинаның оҫталығы күҙгә күренеп тора. Үҙенең белгәнен ҡыҙҙарға өйрәткән. Ана бит, ырғаҡ менән генә нисәмә төр әйбер бәйләгәндәр. Салфеткалар, ойоҡбаштар, сәскәләр, шәлдәр, йомшаҡ уйынсыҡтар һатыуҙыҡынан бер ҙә кәм түгел. Ҡорамалар, аш-һыу бүлмәһе өсөн теккән кәрәк-яраҡтар ҙа матур килеп сыҡҡан. Технология бүлмәһендә ҡуйылған күргәҙмәлә ағасты биҙәкләгән, сиккән, тоҙло ҡамырҙан яһалған эштәр ҙә етерлек.

– Дәрес ваҡытында ла, ҡыҙҙар­ҙың теләге буйынса синыфтан тыш та шөғөлләнәбеҙ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә барыһын да өйрәтергә тырышабыҙ инде. Балаларға бик оҡшай. Ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләүҙә иһә малайҙар ҙа ярҙам итә, – ти Эльвира Рәфҡәт ҡыҙы.

Шәп бит! Бер яҡтан, уҡыусылар шулай эшкә өйрәнеп үҫһә, икенсе яҡтан, көҙгө уңыштан мәктәпкә файҙа ла килә. Оҙаҡламай ҡыҙҙар, малайҙар үҙҙәре лә өйҙә төрлө әҙерләмәләр, салаттар яһап, ата-әсәләрен ҡыуандыра башлар әле!


Салауат районы.

Читайте нас: