-4 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
8 Ноябрь 2019, 14:21
Ата-әсәләр ярҙамы менән
Йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. Өфө ҡалаһының Калинин районында урынлашҡан 152-се башҡорт балалар баҡсаһында быйыл да көҙгө йәрминкә үтте. Был сараның иң төп маҡсаты: ата-әсәләр һәм балалар баҡсаһы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу. Сөнки тәрбиә сифаты күберәген был ике институттың берҙәмлегенән тора.
Балалар баҡсаһы коллективы, ата-әсәләр һәм беҙҙең кескәйҙәр йәрминкәгә бик ентекле әҙерләнде: ҡул эштәре яһалды, түтәлдәрҙән уңыш йыйылды, тәмле-татлы ризыҡтар бешерелде. Беҙҙең ата-әсәләр өҫтәлдәрҙең тулылығын ғына ҡайғыртып ҡалманы, үҙҙәре лә бик шәп һатып алыусы һәм һатыусы ла булды. Йәрминкәнән бер кем дә буш ҡул менән ҡайтманы.
Тәрбиәләнеүселәр өсөн музыкаль залда күңел асыу сараһы үткәрелде, унда кескәйҙәр башҡорт халыҡ уйындары уйнаны, төрлө бейеүҙәр башҡарылды, йырҙар йырланды.
Йәрминкә барыбыҙға ла оҡшаны.
Эльвера НАРЕТДИНОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в