+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Был йортто йыл хужалары һаҡлай

Ҡар-бурандар сысҡандарҙы күмә лә китә. Гүзәл шуларҙы көрәргә тышҡа сыҡты. Артынан Гөлфинә һеңлеһе лә һепертке тотоп килде.

Ниндәй сысҡандар, тиһегеҙме? Быйылғы йылдың хужалары инде. Улар Ялсыҡай ауылына килеп кергән урамда Ҡотломбәтовтар­ҙың ҡапҡаһы алдына урынлашҡан. Бигерәк ҙур сысҡандар, ике яҡтан да һуҙылып ятҡандар.

Бындай мөһабәт йыл символдарын эшләү идеяһы ҡыҙҙарҙың атаһы Русландың уйына килә. Себерҙә вахта менән эшләп йөрөй ул. Бер ялға ҡайтҡанында, урамды йәмләп торһон әле тип, ошо боҙ һындарҙы яһарға ниәтләй. Ҡыҙҙары – VII, VIII синыфтарҙа уҡыған Гүзәл менән Гөлназ да, дүртенселәге Гөлфинә лә аталарына ярҙамлаша: ҡар өйөшәләр, һыу ташып ҡатыралар, күҙҙәрен, танауҙарын, ҡолаҡтарын, ауыҙҙарын буяйҙар. Әсәйҙәре Рита ла күмәк эшкә ҡушыла.

Йыл хужалары, әйтерһең дә, Ҡотломбәтовтар ғаиләһенә именлек, бәхет теләп, ҡап­ҡаның ике яғына килеп «ята».

Тик бына һауа шарттары ғына көйһөҙ быйыл. Йә йылытып, иретеп ебәрә, йә буран сығып, сысҡандарҙы ҡар күмеп китә. Шуға ҡыҙҙар уларҙың өҫтөнән ҡарҙарҙы һепереп төшөрә, тирә-яғын көрәп, таҙартып тора. Йыл хужаларының үҙҙәрен дә, башҡа кешеләрҙе лә оҙағыраҡ шатландырып тороуын теләйҙәр. Әйҙә, башланып ҡына торған йыл ошо йортта йәшәүселәргә шатлыҡ-ҡыуаныс­тар ғына килтерһен.


Көйөргәҙе районы, Ялсыҡай ауылы.
Читайте нас: