-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
13 Март 2020, 13:39
Эштәре күргәҙмәләрҙе биҙәй
Һөнәрле кеше хөрмәт күрә, тигән һүҙҙәр тап Рима Ғәлимйән ҡыҙы тураһында әйтелгән кеүек. Үҙ эшен яҡшы белгән уҡытыусыны беҙҙең лицейыбыҙҙа барыһы ла ярата, хөрмәт итә.
Рима Усманова Солтанморат ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын уңышлы тамамлағандан һуң лицейҙа ең һыҙғанып эш башлай. Бәләкәйҙән рәсем төшөрөргә, тегергә, бешерергә яратҡан йәш, сибәр ҡыҙ тәбиғәттән бирелгән оҫталығын уҡыусы күңеленә еткерергә ашыға.
Балаларҙы уҡытыуҙан тыш, ижад итергә лә ваҡыт таба. Ул ғәҙәттәге акварель, пастель, гуашь, майлы буяуҙар ҡулланып ҡына һүрәт төшөрмәй. Витраж, монотипия, епле график, кейеҙ, батик, эбру, йөндән картиналар буйынса ла уңышлы эшләй. Балаларҙы ла ҡыҙыҡһындырып, уларҙы был эштәргә йәлеп итә. Рәсем, хеҙмәт дәрестәре буйынса төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, семинарҙарҙа, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашалар. Уҡыусылары остаздарын еңеүҙәре менән йыш ҡыуандырып тора.
Район, мәктәп кимәлендә ниндәй генә байрам сараһы, күргәҙмә булмаһын, улар гел генә алтын ҡуллы Рима Ғәлимйән ҡыҙының эштәре менән биҙәлә. Уның картиналары, төрлө папье-маше ысулы менән эшләнгән хайуандар һындары, битлектәр, бәйләнгән әйберҙәр – барыһы ла күҙҙең яуын алып, килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
Рима Усманова һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә, яңы ижади пландар менән янып йәшәй. Уның «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән маҡсат менән алға ынтылыуы йәш быуын өсөн яҡты маяҡ булып тора.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән