+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Оҫталыҡ дәрестәре лә алырға була

«Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә «Ижади платформа» республика биҙәү-ҡулланма сәнғәте фестивале асылды. Ҡунаҡтар өсөн театрлаштырылған тамаша, ғәҙәткә ингән сигеү, кейеҙ баҫыу, авторлыҡ ҡурсағын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Үҙәктә биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса күҙҙең яуын алырлыҡ эштәр урын алғайны. Бында Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм республикабыҙҙың бер нисә районынан да оҫталар ҡатнашты.
«Ижади платформа» фестивале Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың йолаларын һаҡлау, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу өсөн төрлө жанрҙағы биҙәү-ҡулланма сәнғәтен яратыусыларҙы бер майҙансыҡҡа йыйыу һәм үҙеңдең шәхсән оҫталығыңды күтәреү яғынан һәйбәт, ти ойоштороусылар. Абруйлы жюри 40-тан ашыу ҡатнашыусы араһынан ете лауреатты билдәләне.
Оҫталарҙың күргәҙмәһе 6 апрелгә тиклем эшләйәсәк. Унда ҡул эштәре менән һоҡланып ҡына ҡалмай, ижади оҫталыҡ дәрестәренә лә яҙылырға мөмкин.
Читайте нас: