+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Милли биҙәүестәр эшләйбеҙ

Төрлө бәйгеләр, фәнни-ғәмәли конференциялар, конкурстар менән үткән мәшәҡәтле һәм күңелле уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша.


Беҙҙең Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла ла яңы уҡыу рәүеше уңышлы тормошҡа ашырыла. Ғаиләбеҙҙә 4 уҡыусы бар: Ләйсән апайым – ун беренселә, мин – һигеҙҙә, туғаным Илдар – алтыла, Лилиә һеңлем II синыфта уҡыйбыҙ. Фатирыбыҙҙа беҙҙең бүлмәләр синыфҡа әйләнә, атай-әсәйемдең бүлмәһе – уҡытыусылар бүлмәһе, тәнәфестә кухняға йүгерәбеҙ: өләсәйем ашарға әҙерләп ҡуя. Дәрестәр теҙмәһенә күҙ һалып ҡына торабыҙ ҙа тағы уҡырға ултырабыҙ. Төштән һуң, дәрестәге эш өлөшөн тапшырып, өйгә бирелгәндәрен тамамлап, һәр фән буйынса уҡытыусыларға ебәреп бөтөүгә сәғәт көндөҙгө өс-дүрт булып китә. Артабан ҡал­ған ваҡытты, әгәр уны «буш ваҡыт» тип әйтеп булһа, файҙалы итеп үткәрергә тырышабыҙ.

Ләйлә ТИМЕРҒӘЛИЕВА, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.

Читайте нас: