Уларҙы биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамдары Людмила Василькова, Гүзәл Мостафина, Жанна Грибова уҙғара. Оҫталыҡ дәресенә килеүселәр милли стилдә биҙәүестәр, ҡурсаҡ, «боро» техникаһында сумка эшләргә, сигергә, туҡыусылыҡ серҙәренә өйрәнәсәк. Шунда уҡ материалдар бирелә. 1,5 сәғәт буйына дауам итәсәк сара Өфө ҡалаһы, Космонавтар урамы, 22-се йорт адресы буйынса үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 242 28 35.