-31 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
10 Июль 2020, 15:04
Ҡулыңдан һөйөн, Илвина!
Илвина Ҡоҙашева быйыл Мәһәҙей мәктәбенең VI синыфын тамамланы. География һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен айырыуса ярата ул. Тырыш, тыныс холоҡло, ипле ҡыҙҙы синыфташтары ла хөрмәт итә.
Әсәһенең, олатаһы менән өләсәһенең ҙур ярҙамсыһы икән дә үҙе. Йәй көнө эш тә күбәйә: еләк йыйыу, бесән эшләү, йәшелсә үҫтереү. Ихаталары тулы сәскәләр, уларға ла һыу һибергә кәрәк. Тағы Илвина йәй буйы ҡаҙ бәпкәләрен ҡараша.
Шулай ҙа иң яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт таба уңған ҡыҙ. Ҡул эштәрен үҙ итә ул: нимәгә тотонһа ла, бик матур килеп сыға. Мәктәптә – Фәнүзә Зәкир ҡыҙынан, өйҙә интернеттан ҡарап өйрәнә. Өләсәһе менән бергәләп түшәктәр ҙә бәйләйҙәр. Илвина башлаған эшен еренә еткермәйенсә туҡтамай. Бер ҙә ваҡытын бушҡа үткәрмәй: һүрәттәр эшләй, фотоға төшөрөргә әүәҫ, шиғырҙар ижад итә.
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар, тиҙәр бит. Илвинаға, ҡулыңдан һөйөн, бәхетле бул, тип теләйбеҙ.
Э. РӘШИТОВА.
Бөрйән районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән