+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорама ҡорарға яратыусылар өсөн

13 августа яңы ҡорама ҡорарға өйрәнә башлаусылар программаһы сиктәрендә «Өсмөйөштәр квадратҡа тигеҙ» тигән оҫталыҡ дәресе үтәсәк. Ул баш ҡалабыҙҙың Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейының «Ижад» күргәҙмә залында ойошторола.

Әлеге техниканы үҙләштереп, үҙ ҡулдарың менән йылы һәм күңелгә ятышлы юрған эшләргә йәки халыҡ стилендәге ҡорама панноһы менән йортто биҙәргә мөмкин. Был композицияны эшләр өсөн кизе-мамыҡ туҡымаһының сағыу ҡорамалары, шулай уҡ ҡул менән тегер өсөн энә, еп, ҡайсы алып килеү һорала. Теләүселәргә 8-917-455 44 68 телефоны буйынса яҙылырға кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Космонавтар урамы, 22.
Читайте нас: