+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар
11 Сентябрь 2020, 15:45
Башҡорт милли аштарын да оҫта бешерә
Беҙҙең Исмаил ауылында аш-һыу оҫтаһы – 65 йәшлек Фәһүә апай Ғибәҙуллина йәшәй. Тормош иптәше Рәзим ағай менән өс балаға ғүмер бүләк иткән кешеләр улар.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Фәһүә апай дауаханала ашнаҡсы булып эшләй, башҡорт, татар милли аштарын да оҫта итеп бешерә. Барыһы ла яратҡан байрам ризығы – сәксәкте лә теләгән һәр кемгә әҙерләп бирә ул.
Фәһүә апай беҙгә ҙур табын өсөн сәксәк бешереү серҙәре менән дә бүлеште. Бының өсөн 20 йомортҡаны һытып, 2 килограмм юғары сорт онға, бер семтем аш содаһы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа йәйеп, таҫмаларға киҫеп, өҫтөн ябып, ҡабартып алабыҙ. Һуңынан ваҡлап ҡырҡып, һауыттағы ҡайнап торған 3 литр көнбағыш майында болғата-болғата бешерәбеҙ.
Әҙер булғас, бауырһаҡты ҡатырабыҙ. Бының өсөн 6 көрөшкә шәкәргә 1 көрөшкә һыу һалып, ут өҫтөндә масса һуҙыла башлағансы ҡайнатабыҙ. Унан бында ярты стакан бал өҫтәйбеҙ. Табаҡҡа сәксәкте һалып, ошо масса менән болғатабыҙ. Аҙаҡтан батмусҡа тау кеүек өйәһең. Матур булһын өсөн өҫтөнә сәскә эшләп ҡуйырға ла мөмкин. Кондитер биҙәүестәр ҙә һибеп ҡуйырға була.
Айгөл ҒӘЛИЕВА,
туған телдәр уҡытыусыһы.
Дүртөйлө районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән