Нәфисә Дәүләтҡол ҡыҙы Баймаҡ районының Ярат ауылынан. Ике малай араһында үҫкән ҡыҙ ҡул эштәренә әсәһенән, хеҙмәт дәрестәрендә өйрәнә һәм ғүмере буйы яратҡан эшенән туҡтамай. Ҡыҙҙары Альбина менән Әлиә лә быуындан-быуынға тапшырыла килгән был шөғөлгә тоғро ҡалған. Уҡыған ваҡыттарында йыш ҡына төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡандар.
Таҫлап-таҫлап һалынған ҡул эштәрен сығарған һайын тағы ла телдән ҡалам. Сәйлән-мәрйендәр менән биҙәлгән ҡашмау, түшелдеректәр, бәйләнгән, һуғылған балаҫтар, ултырғыс, урындыҡ япмалары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли күлдәктәре, камзул, баш кейемдәре, түбәтәйҙәр, эҫе әйбер аҫтына һалырға төрлөсә эшләнелгән салфеткалар... Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, милли нағышын күрһәтәм тиһәң, ошонда уҡ тот та музей эшлә, күргәҙмә ас! Юҡҡа ғына ауылда, районда үткән һәр сараға Нәфисә Дәүләтҡол ҡыҙын саҡырмайҙар икән шул.
Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙән арынып, йыш ҡына башҡорт халҡының милли ризыҡтарын бешергән, яҡындарын ҡыҙыл эремсек, ҡороттан өҙмәгән уңған хужабикәнең ҡул эштәренә лә нисек ваҡыт еткереүен белгем килде.