Бөтә яңылыҡтар

Мәктәбебеҙ йондоҙсоғо

Беҙҙең Иҫке Ҡалмаш мәктәбендә алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, гел алға ынтылып йәшәгән балалар байтаҡ. Шуларҙың береһе – Камил Кашаев. Ул XI синыфта тырышып белем ала. Мәктәптә уҙғарылған сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Иптәштәренә лә иғтибарлы, ярҙамсыл. Дәрестәргә һәр саҡ әҙерләнеп йөрөй. Буш ваҡыттарында шиғырҙар ҙа ижад итеп өлгөрә әле ул.



Камилдың ғаиләһенә килгәндә, атаһы Рәсих Ришат улы колхозда инженер вазифаһын башҡара. Әсәһе Рәмзиә Рим ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Апаһы Светлана ла Камил кеүек бәләкәй саҡтан уҡ һүрәт төшөрөү менән мауыға. Әле лә буш ваҡытында был шөғөл менән ҡыҙыҡһына.

Бына шундай һәләтле уҡыусы бар беҙҙең белем усағында. Юҡты бушҡа ауҙарып, урам буйында йөрөмәй, сәғәттәр буйы телефон, компьютерҙа ултырмай, киреһенсә, күп ваҡытын һүрәт төшөрөү менән мауығып үткәргән Камил Кашаевҡа артабан да еңеү сәме, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Иң мөһиме – алда торған имтихандарын уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона инергә яҙһын!

Ирина СУХОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Саҡмағош районы,

Иҫке Ҡалмаш мәктәбе.
Читайте нас: