+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йыл хужаһы салаты

Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ер өҫтөн тәүге ап-аҡ ҡар ҡаплау менән ашҡынып көтә башлайбыҙ. Байрам алдынан ҡупшыҡай йәшел шыршы ултыртабыҙ, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙға бүләктәр алабыҙ, табынға тәмле, туҡлыҡлы ризыҡтар әҙерләйбеҙ. Беҙ әсәйем менән йыл да өҫтәлгә бәлештәр, тәм-том һәм салаттар ҡуйып, ҡунаҡтар саҡырабыҙ.


нса, киләһе 2021 йыл – Үгеҙ йылы. Беҙ был юлы йыл хужаһы рәүешендә са­лат эшләргә булдыҡ. Бының өсөн 500 грамм бешкән картуф, 300 грам колбаса, 6 дана бешкән йомортҡа, консервалағы борсаҡ, тоҙ, ма

йонез йә ҡаймаҡ кәрәк буласаҡ. Тәү сиратта, картуфты, колбаса һәм йомортҡаны ваҡ итеп турайбыҙ ҙа ҙу

р һауытҡа һалабыҙ. Артабан йәшел борсаҡ өҫтәп, тоҙ һәм майонез һалып, яҡшы итеп бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан салатты тәрилкәгә түңәрәк формаһында өйәбеҙ ҙә матур итеп тигеҙләп ҡуябыҙ.


Шулай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Яңы йыл табынына 2021 йылдың хужаһын кәүҙәләндергән салатыбыҙ әҙер ҙә була.

Заһиҙә МОРАТШИНА.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Читайте нас: