Бишбармаҡ бешеп сыҡҡас, өҫтәл түренә ултырттыҡ. Беҙҙең ашыбыҙ менән һыйланып, синыфташ малайҙарыбыҙ, ҡалай тәмле, тел йоторлоҡ, тип маҡтап, күңелде күтәрҙе.
Беҙгә башҡорт халҡының милли ризығы – бишбармаҡты бешереү оҫталыҡ дәресе бик оҡшаны. Ысынлап та, аш-һыу әҙерләү – үҙе бер тәрбиә мәктәбе. Һәр башҡорт милләтенән булған ҡатын-ҡыҙ милли ризыҡтарыбыҙҙы өйрәнергә һәм бешерә белергә тейеш.