Былтыр, мәҫәлән, оҫта ҡуллы малай өс тәгәрмәсле велосипед хужаһы була. Уның уңайлы транспортын күргәс, тиҫтерҙәре Арсендан шундайҙы үҙҙәренә эшләтеп ала. Һоҡланғыс, арбаһы ла бар. Бесәнгә йә балыҡҡа барғанда ла уңайлы.
Әммә Арсенды был велосипедтың тиҙлеге ҡәнәғәтләндермәй. Интернет селтәренән өс тәгәрмәсле мотоцикл күреп, шуны үҙенә эшләргә булып китә. Кәрәкле деталдәр туплау, схемаһын өйрәнеүгә бер йыл самаһы ваҡыт китһә лә, уны атаһы ярҙамы менән Арсен ике айҙа эшләп тә ҡуя.
– Трицикл тиҙлекте сәғәтенә 30 – 40 километрға тиклем еткерә алһа ла, беҙ улыбыҙға уны 20 километрҙан арттырырға рөхсәт итмәйбеҙ. Матайы Арсенға бесәнгә йөрөргә һәм кибеткә барып килер өсөн генә кәрәк. Техниканы эш өсөн генә ҡулланабыҙ, тип һөйләшеп ҡуйғанбыҙ, – ти әсәһе.
Арсен киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауын тәғәйен генә әйтә алмай. Шулай ҙа һөнәре техника менән бәйле булыры көн кеүек асыҡ.