Ул ябайлығы, тәбиғи, үтә лә талапсан булыуы, тырышлығы менән бик күптәргә өлгө. Район, ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, бик күп еңеүҙәр яуланы. Ҡуйған маҡсатына ынтылыусанлығы менән дә һоҡландыра. Ә уҡыу алдынғыһы булыу өсөн күпме үҙ аллы әҙерлек кәрәк. Иң яратҡан шөғөлө – классик әҫәрҙәр уҡыу, сәхнәлә төрлө телдәрҙә шиғырҙар һөйләү.
Киләсәге тураһында уйлаған үҫмерҙәргә заман талабы ҙур: үҙ көнөңдө үҙеңә хәстәрләргә, дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа өйрәнеү кәрәк. Бар яҡшылыҡ, әҙәп – ғаиләнән, тиҙәр. Үҙ туған телендә һөйләшеп, халҡының моңон тыңлап, тарихын өйрәнеп үҫкән егет бит Азат.
Яңы йыл кисәләрен үткәреүҙә лә әүҙемлек күрһәтте ул. Балалар баҡсаларында төрлө телдә бик оҫта Ҡыш бабай ролен башҡарып, бәләкәстәрҙең күңелен асты, уларҙың ата-әсәләренә байрам кәйефе лә бүләк итте.
Азаттың киләсәге ышаныслы, яҡты булыуына ышанабыҙ.
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.