Малай үҫкәс, шофёр булырға уйлай. Ике ай элек ул үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға теләп, алты метр оҙонлоҡтағы иген ташыусы йөк машинаһын яһай башлай. Данил уны бер үҙе эшләй. Сөнки дуҫтары алыҫ йәшәй, шулай уҡ уның "оҫтаханаһы"на бара башлаһаң, тубыҡтан ҡар йырырға кәрәк, хатта һуҡмаҡ та юҡ икән. Ә уның "йөк машинаһы" Туймазы – Төмән юлында йөрөүселәргә әллә ҡайҙан күренеп тора. Йәш скульпторҙың ижад эшен хуплап, водителдәр оҙон сигнал биреп китә.