+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ресторан директоры булырға теләй

Баш ҡалабыҙҙағы 85-се мәктәптең I «А» синыфында ғына уҡыһа ла, киләсәктә кем булы­рын әленән үк күҙаллап ҡуйған ул.

«Мин ресторан директоры буласаҡмын», – ти Артём Трофимов. Маладис та инде. Атай-әсәйҙәре Екатерина менән Денис та улдарының уйҙары бойомға ашырына бик тә ышана.

Шулай булмай ни, яңыраҡ белем усаҡтарында үткән «85-се мәктәптең food блогеры» тигән конкурста ҡатнашып, икенсе урын яулаған бит үҙе! Малай аш-һыу әҙерләү ярышына төрки халыҡтарының ризығы – бишбармаҡты тәҡдим иткән. Бик оҡшатҡандар. Интернет селтәрендә 3 мең 500 кеше ҡараған, 126 кеше «лайыҡ» ҡуйған.

Артём уҡыуҙа ла һынатмай. Хайуандар, динозаврҙар, йыһан тураһында энциклопедиялар уҡырға, саңғыла, тимераяҡта йөрөргә ярата. Һүрәт төшөрөргә лә бик оҫта. Уның һәләттәрен үҫтерер өсөн өләсәһе Эльвера ла күп иғтибар бүлә.

Малайҙың әленән ҙур хыялдар ҡороуы маҡтауға лайыҡ. Уның киләсәктә лә яҡындарын ҡыуандырып тороуын теләйек.

Гөлсөм ХИСМӘТОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: