Бәләкәй саҡтан төрлө хайуандар төшөрөргә яратҡан ҡыҙ Октябрьский ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Уҡытыусыһы Ирина Николаевна Шәйәхмәтованан төрлө һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнә. Һәләтле ҡыҙ үҙе лә ҡайҙалыр күреп, тиҙ генә отоп ала ла матур итеп эшләп тә ҡуя.
Йәл, башҡаса уҡытыусыһының оҫталыҡ дәрестәренә бара алмай. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән бала булараҡ, өйҙә дистанцион рәүештә белем ала башлай. Әле ул VIII синыфта уҡый. Ангелинаға рәсем, математика, биология, урыҫ һәм башҡорт телдәре дәрестәре оҡшай икән.
– Башҡортса быйыл ғына өйрәнә башланы, – тип һөйләй әсәһе. – Ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле тел, оҡшай ул миңә, ти ҡыҙым. Һәр ваҡыт дәрестәрҙе һағынып көтөп ала. Бигерәк тә уҡытыусыһы Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Бикбулатованы ярата. Уның үткәргән дәрестәрен үҙем дә ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Шул тиклем матур алып бара.
Тырыш Ангелина әсәһенә милли аштар бешерергә лә ярҙам итә. Апаһы менән дә бик татыуҙар. Өләсәһе менән ҡыҙыҡлы темаларға рәхәтләнеп фекер алыша. Хатта уның менән яҡын әхирәт һәм серҙәш кеүектәр. Ангелина үҙе лә – телгә бик бай, аҡыллы ҡыҙыҡай. Музыка тыңларға әүәҫ. Төрлө фильмдар ҡарай, бигерәк тә сәнғәт тураһында.
Афарин, Ангелина! Күңел йылыһын һалып ижад иткән һүрәттәрең уңыштар килтерһен үҙеңә!
Ангелинаның ижад емештәре