Халыҡ һаны, балалар ҙа аҙ булғас, мәҙәниәт йорто етәксеһе Ғәлимә Ишморатова һәм уҡытыусы Нәсимә Вәхитова күп сараларҙы бергәләп ойоштора. Урта синыфтарҙан һигеҙ уҡыусы күрше Бөрйән районының Брәтәк ауылында белем ала. Мәктәп «ГАЗел»е уларҙы көн дә килеп ала, алып барып ҡуя.
Яңыраҡ Яңы Һәйеттә «Ҡарға бутҡаһы»на сыҡҡандар. Балалар ҡолға тотоп, өйҙән-өйгә йөрөп, бүләк йыйған. Ҡырҙа ҡаҙан аҫтына усаҡ яғып, бутҡа бешергәндәр, халҡыбыҙҙың төрлө уйындарын уйнап, күңел асып, ҡоштарҙы ла һыйлап ҡайтҡандар.
Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә, клубта «Оҫта ҡулдар» түңәрәгенә йөрөп, эшкә лә өйрәнә уҡыусылар. Беҙҙең өләсәйҙәр, әсәйҙәр, инәйҙәр борондан ҡул эшенә оҫта булған бит. Күпләп һарыҡ-кәзә аҫрап, уларҙың йөнөн, мамығын эшкәртеп, матур-матур йылы бейәләйҙәр, бирсәткәләр, ойоҡтар, шәлдәр, башлыҡтар, кофталар бәйләгәндәр. Әле генә ул кешеләр бәйләнгән ойоҡ-бейәләйҙәрҙе бик кеймәй. Әммә йөн тетеү, иләү, сиратыу, аяҡлау, бәйләүҙе оноторға ярамай. Ғәлимә апайҙары шуны иҫтә тотоп, ҡыҙҙарҙы йөн эшкәртеү серҙәре менән таныштыра.
Ҡорама ҡорау ҙа – башҡорттарҙың боронғо бик матур кәсебе. Хәҙер кейем-һалымдан күп нәмә юҡ, ҡайһы берәүҙәр уларҙың артығын, кейелмәгәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, сүплеккә ташлай йә яндыра. Ә һаҡсылдар уларҙан бына тигән ҡорама йә тирүгә эшләп ҡуя. Шул рәүешле кейем-һалымға яңы һулыш өрәләр, яңыса йәшәү рәүеше бирәләр. Элек күп өйҙәрҙә өләсәйҙәр яһаған тирүгә, ҡорамалар урын ала ине. «Бынау ҡыҙыл биҙәкле юлаҡ минең күлдәгем була торғайны, быныһы – әсәйемдеке», – тип күрһәтеп ултырғандары иҫтә. Яңы Һәйет ҡыҙҙары ла халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе менән таныш.
– Диана Кульчикова, Миләүшә Сәлимова, Физәлиә Ғөбәйҙуллина, Азалиә Зәйнуллина, Аделина Сибәғәтуллина, Ләйсән Дәүләтовалар менән кис ултырып, эшкә өйрәнәбеҙ. Өләсәйҙәрҙән аманатҡа ҡалған ҡул эштәрен балалар менән эшләп алдыҡ. Ҡыҙҙарға оҡшаны. Ҡораманың һәр өлөшө үҙе бер тарих бит: элек кейеп йөрөгән күлдәкме, шаршаумы ул. Был шөғөл әйбер ҡәҙерен белеү, тотороҡлолоҡ, һаҡсыллыҡ сифаттары тәрбиәләй, – ти Ғәлимә Ишморатова.
Башланғыс мәктәп уҡыусыларын да төрлө конкурстарға йәлеп итәләр. Балалар Нәсимә Вәхитова етәкселегендә әсәләренә үҙ ҡулдары менән түшелдеректәр эшләп бүләк иткән. Аппликация, һүрәт, ағас әйберҙәр буйынса интернет селтәрендә уҙған флешмобта ла кескәйҙәр әүҙем ҡатнашҡан.
Ауылда һәр байрам, иҫтәлекле көндө бергәләп билдәләп үтәләр. Атай-әсәйҙәр ҙә сараларға, өмәләргә бик ихлас ҡушыла. Шуныһы беҙҙе ҡыуандыра.