+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Бөгөн – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Хөрмәтле халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре!Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ.

Йәмғиәтебеҙ ниндәй генә үҫеш юлдарынан бармаһын, ә арабыҙҙа һәр ваҡыт ҡайғыртыуға,ярҙамға мохтаж кешеләр бар. Уларҙың тормошон дәүләт яҡлауынан тыш, социаль хеҙмәткәрҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Социаль хеҙмәткәр булыу – үҙ-үҙеңде башҡаларға бағышлау, тигән һүҙ. Был һөнәр кешеләре – шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, хеҙмәт һөйөү, кешеләрҙе яратыу кеүек сифаттарҙы бергә йыйған һөнәр эйәләре. Ветерандарыбыҙ, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр, өлкәндәр, яңғыҙ йәшәүселәр, етем балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр – барыһы ла уларҙың иғтибар үҙәгендә. Һеҙгә әлеге яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Фото: 100cards.ru
Читайте нас