Һаҡал – башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеменең бер өлөшө, затлы биҙәүесе. Ул муйынды, күкрәкте ҡаплап тора. Түш биҙәүестәренең төрҙәре бик күп: шау тәңкәләрҙән торғаны, мәрйендән генә эшләнгәне лә. Һәр башҡорт ырыуының тамғаһы булған кеүек, үҙ еләне һәм үҙ һаҡал-селтәре бар.
Һаҡалды баштан уҡ теүәл эшләргә кәрәк. Оҫта һәр бер тәңкәне, мәрйенде тигеҙ ҡуйырға тейеш. Улар билдәле бер тәртиптә урынлаша.
Көмөш тәңкәләрҙән һәм мәрйендәрҙән ҡоролған һаҡалдар милли тантаналы ваҡиғаларҙа кейелә, ә көндәлектә – заманса стилләштерелгәндәре. Әсәйҙәр уларҙы ҡыҙҙарына, килендәренә, ейәнсәрҙәренә бүләк итә.
Әле Башҡортостанда башҡорт милли кейемдәре тергеҙелә. Мин дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова етәкләгән түңәрәккә йөрөп, үҙемә һаҡал эшләп алдым. Был биҙәүесте тағып алһам, үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы итеп хис итәм, сөнки тәңкә, мәрйендәр миңә йәм бирә. Селтәр, һаҡал, муйынса, яға, иҙеү – ул төрлө яҡта төрлөсә аталһа ла, әммә аманат бер. Башҡорт халыҡ кейеме бөгөн дә хозур һәм зиннәтле ил күрке булып тора.
Мәҙинә МОРТАЕВА, VII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменә күҙ тейеүҙән һаҡланыр өсөн тәңкә, суҡ, мәрйен теккәндәр. Йәше лә тулмаған баланың күлдәген һәм баш кейемен тәңкәләр менән биҙәгәндәр.
Кейәүгә сыҡмаған гүзәлкәйҙәр тәңкә һәм мәрйен, ҡайһы саҡта сәйләндән эшләнгән маңлайса кейгән, ә сәсенә сулпы үргәндәр.
Олораҡ ҡатындар таҡыя һәм ҡалпаҡ кейгән. Таҡыя мәрйен, тәңкә һәм суҡтар менән биҙәп эшләнгән. Ә ҡалпаҡ иһә ҡалын кизе-мамыҡ туҡыманан йәки йөндән бәйләп әҙерләнгән.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се
республика башҡорт интернат-гимназияһы.