Был бәйгенең тәүге, йәғни эштәрҙе ҡабул итеү этабы февралдән апрель аҙағына тиклем барҙы. Икенсе этабына балалар Башҡорт дәүләт университетына йыйылды. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының иң ҙур – 100-ҙән ашыу кешене һыйҙырмалы аудиторияһы бер көнгә ҙур телестудияға әйләнде. Һәр мәктәптең теле- һәм фотокамералары, һәр ҡатнашыусының телефон камералары төрлө ракурстан бәйгене фокус үҙәгендә тотто. Ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәренең, видеооператорының техник эшмәкәрлеген күҙәтеү, шул ыңғайы уларға һорауҙарын бирергә өлгөрөп ҡалыу ҙа ҙур кинәнес һәм шатлыҡ килтерҙе.
Бәйгене асыу тантанаһында сығыш яһап, Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының деканы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина: «Был сара беҙгә яңы матбуғат проекттарын табырға, мәктәптәр менән яңы форматтағы бәйләнеш булдырырға ярҙам итер», – тип билдәләне.
Конкурс матбуғат сараларын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеген етәкләүҙә ярайһы тәжрибә туплаған уҡытыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәренән башланды. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Семён Чугункин исемендәге белем биреү мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Әхмәт ҡыҙы Хәсәнова гәзит сығарыуҙы ойоштороу, уның эшмәкәрлеген көйләү, мәғлүмәт йыйыу, материалды эшкәртеү, мөхәрририәт ағзалары араһында нисек дөрөҫ итеп вазифаларҙы һәм көндәлек эштәрҙе бүлеү тураһында ентекле бәйән итте. Балаларға аңлайышлы тел менән һөйләгәнгә, улар һәр һүҙен яҙып алып та ултырҙы.
Бәйгелә Башҡортостандың Өфө, Туймазы, Ишембай, Яңауыл, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Яңауыл, Ҡыйғы, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгән 19 команда көс һынашты. Улар 9 баҫма – «Вести в дом» (Ҡырмыҫҡалы районы), «Вести в каждый дом» (Кушнаренко), «Школа.ru» (Баймаҡ районы, Темәс ауылы), «Ҡурай» (Өфө, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль интернат-гимназия), «Ҡыйғыр» (Ҡыйғы районы), «Юлдаш» (Сибай), «Мы вместе» (Ишембай ҡалаҺы), «Әмәндәк» (Баймаҡ районы), «Голос» (Туймазы ҡалаһы); ете мәктәп һәм юғары уҡыу йорто телевидениеһын: «Лицейтime» медиаүҙәге (Яңауыл ҡалаһы), «Яҡшы хәбәрҙәр» (Баймаҡ районы, Темәс ауылы), «Ниғәмәт мәктәбе яңылыҡтары» (Баймаҡ районы), «Мы вместе» (Ишембай), «MediaStart» (Туймазы), «STUD TV» (Сибай), «Нуғай-ТВ» (Баймаҡ районы), 2 интернет-баҫма – «Подслушано у учёных» (Өфө), «Rеpоsт» (Өфө ҡалаһы), 1 видеоподкаст – «Студенттар видеоподкасты» (Сибай) матбуғат сараларының эшмәкәрлеген яҡлауға сығарҙы.
Һәр команда I республика уҡыусылар матбуғат саралары конкурсы лауреаты дипломына, ҡатнашыусы сертификатына лайыҡ булды. Еңеүселәр төрлө йәш төркөмдәрендә (урта мәктәптәр, урта һөнәри белем биреү, юғары уҡыу йорттары) номинациялар буйынса билдәләнде: «Иң яҡшы дизайн» («Ҡурай» гәзите, Өфө), «Иң яҡшы корпоратив баҫма» («Юлдаш»гәзите, Сибай), «Иң яҡшы видеоролик» («Лицейтime» медиаүҙәге, Яңауыл), «Иң яҡшы дебют» («Студенттар видеоподкасты», Сибай), «Матбуғат традицияларына тоғролоҡ» («Вести в каждый дом», Кушнаренко районы), «Заман менән бергә» («Rеpоsт», Өфө), «Иң яҡшы ғилми проект» («Подслушано у учёных», Өфө), «Матбуғат сараларында йолаларҙы тергеҙеү» («Нуғай-ТВ», Баймаҡ районы), «Социаль әһәмиәтле темаларҙы яҡтыртыу» («Әмәндәк» гәзите, Баймаҡ районы, Түбәнге Яйыҡбай ауылы). Гран-При – Туймазы балалар ижад йортоноң «MediaStart» исемле журналистика мәктәбенә, Сибай ҡалаһынан «STUD-TV» телестудияһына; I урынды «Ниғәмәт мәктәбе яңылыҡтары» (Баймаҡ районы), Яңауыл ҡалаһы лицейының «Лицейтime» медиаүҙәге һәм Ишембай ҡалаһынан ябыҡ типтағы махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһының «Мы вместе» гәзите бүлеште. II урында – «Вести в дом» гәзите (Ҡырмыҫҡалы районы), «Яҡшы хәбәрҙәр» телестудияһы (Баймаҡ районы, Темәс ауылы), Дыуан киң профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалында баҫылған «Ҡыйғыр» гәзите (Ҡыйғы районы). III урынды Баймаҡ районы Темәс мәктәбенең «Школа.ru» гәзите яуланы. Барыһына ла Башҡорт дәүләт университетынан иҫтәлекле бүләктәр, етәкселәренә, оҫталыҡ дәрестәрен үткәргән уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бәйге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының тапшырыуҙар әҙерләү һәм төшөрөү майҙансыҡтарына экскурсия менән тамамланды.
БДУ-ның журналистика кафедраһы доценты.