+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өйрәнгәнең үҙең өсөн

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Фото:Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

VI синыфты тамамлаған Динара Юлдашева, Гөлзидә Рахманғолова, Юлиә Ишмырҙина һәм бишенсене бөткән Айгүзәл Кәримовалар бына тигән түшелдеректәр тегеп алды.

Ҡайҙа оҫтарып алғандармы? Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сулпан Юлдашева алып барған түңәрәккә бик ихлас йөрөй улар.

– Был шөғөлгә ауылдың ағинәйҙәр клубы ағзаһы Наилә апай Хәсәнованан өйрәнгәйнем. Хәҙер үҙем 100-ҙән ашыу стилләштерелгән түшелдерек яһаным. Заказдар бар. Бик матур бүләк. Тыуған көндәргә, килен һөйөргә һатып алып торалар. Мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙә ойошторған конкурстарында еңеүселәргә лә бүләк итәбеҙ, – ти етәкселәре Сулпан Ғәни ҡыҙы. – Материалдарҙы нисек һайлайһығыҙ, ҡайҙан алаһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.– Тәүҙә үҙемә оҡшағанса формаларын картондан киҫеп алам. Күптәр эслек өсөн фетр ҡуллана, мин дә эшләп ҡараным, әммә бик оҡшаманы. Шуға бының өсөн кешеләрҙән иҫке пальтоларын йыйып алдым. Тауарға килгәндә, бәздә энә эҙе күренеп тороуы насар. Күп тәжрибә үткәргәндән һуң, габардинға етмәй икән, тип ҡуйҙым, шуны ҡулланам. Сәйлән, биҙәүестәргә интернет аша йә ауыл магазиндарына заказ бирәм, ҡырға сыҡҡанда ҡарап алып ҡайтам.Бына шулай үҙе өйрәнеп алғас, Сулпан Юлдашева уҡыусы ҡыҙҙарға ла төшөндөргән был һөнәрҙе. Хәҙер оҫтарып та алғандар.– Түңәрәккә бик ҙур теләк менән йөрөйөм. Түшелдерек тегеүе миңә бик оҡшай, был шөғөл киләсәктә беҙгә кәрәк буласаҡ. Үҙем яһаған түшелдеректе тағып, яңы бейеү өйрәнгем килә. Бының менән генә эштәр тамамланмай әле, ҡашмау ҙа тегергә өйрәнергә йөрөйәсәкмен, Алла бир­һә, – ти Гөлзидә.Һүҙгә Айгүзәл дә ҡушыла:– Күптән түшелдерек эшләргә өйрәнгем килә ине. Теләгемә ирештем.Халҡыбыҙҙың милли кейемен тергеҙеүгә үҙ өлөштәрен индергән был тырыш ҡыҙҙар­ға һәм етәкселәре Сулпан Ғәни ҡыҙына афариндан башҡа ни әйтәһең?!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Бөрйән районы,

Брәтәк ауылы.

Читайте нас: