+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Эркет ҡайнаттыҡ

Ҡояш нурҙарына иркәләнеп, теләр-теләмәҫ кенә күҙҙәремде асам.

Эркет ҡайнаттыҡ
Эркет ҡайнаттыҡ

Өйҙә тауыш-тын юҡ. Эргәлә мыш-мыш килеп һеңлеләрем йоҡлай. Әсәйем, моғайын, аласыҡталыр. Торғом килмәһә лә, карауатымдан төшөп, тышҡа ыңғайлайым. Эштәре бик ҡабалан булмаһа, әсәйем мине уята һалмай ул.

Аласыҡта сепарат тауышы ишетелә. Әсәйем үҙе тыштағы усаҡҡа ут яғып йөрөй. «Ә-ә-ә, торҙоң дамы?» – тип ҡаршыланы ул мине. «Бына хәҙер ҡорот ҡайнатырға ҡуям, болғатып торор­һоң. Ҡара уны, онотоп ҡуйма, минең башҡа эштәрем бар», – тип миңә бик яуаплы эш тапшырып та ҡуй­ҙы. Беләм, ҡайнатҡанда болғатып тормаһаң, ҡатыҡ ҡоротҡа түгел, ә эремсеккә әйләнә. Шуға ла үҙ эшемде ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырға тырышам.
Ҡорот – ул халҡыбыҙҙың милли ризығы. Өләсәй-олатай­ҙар борондан ашты йәки һурпаны ҡоротлап эскән. Уны төрлөсә ҡулланырға мөмкин: шыйыҡ көйө (һарҡытылмаған), һарҡы­тыл­ған (шәкәр һибеп, сәйгә ҡушып эс­һәң дә була), киптерелгән һәм ыҫланған. Киптерелгән һәм ыҫ­лан­ған ҡоротто бик оҙаҡ һаҡлар­ға була, боҙолмай. Ошо ябай ғы­на һөт ризығының фай­ҙаһы ифрат ҙур. Юҡҡа ғына майлы һурпаны ҡоротлап эсмәгәндәр: ул майҙы яндыра, йәғни холестеринды кәметә. Эҫелә сәйгә ҡушып йәки айран итеп эс­һәң, һыу­һынды ҡандыра. Аспирин урынына ла ҡулланырға мөм­кин.
Әсәйем ҡатыҡҡа йәки эркет ҡайнатҡанда сейә япрағы һалыр­ға ярата.
Ҡорот ашаған кешенең иммунитеты ныҡ була, вәт. Шуға ла уңған хужабикәләр һөт ризығының тамсыһын да әрәм итмәй, ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп әҙерләп ҡуя.

Вәсилә ӘЙҮПОВА.
Бөрйән районы, Байназар ауылы.

Читайте нас: