+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәлештәрҙе үҙе бешерә

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр.

Бәлештәрҙе үҙе бешерә
Бәлештәрҙе үҙе бешерә

Ә ҡыҙ кешегә күпме һөнәргә эйә булырға кәрәк?! Хужабикә кәмендә тегә, бәйләй, бешерә белергә тейеш.
Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VII синыфын тамамлаған Диана Әхмәрова каникулының күп ваҡытын Аҙналы ауылындағы олатаһы менән өләсәһе – Рәсүл ағай менән Рәмзиә апайҙарҙа үткәрә икән.

– Ғаиләбеҙ менән диңгеҙ буйында ял итеп ҡайттыҡ та хәҙер ауылдабыҙ. Уҡыу мәлендә лә аҙна һайын өләсәйемдәргә барабыҙ. Ә йәйгеһен күбеһенсә бындабыҙ. Олатайыма ярҙам итәм: кәзәләргә бесән әҙерләшәм. Әсәйемә бәләкәй ҡустымды ҡарашам. Өләсәйем менән ашарға бешерәбеҙ, төрлө ҡамыр ризыҡтары, салаттар эшләйбеҙ, – ти Диана.
– Бәләкәйҙән уңған ул, бөтә эште баш­ҡара. Мәктәптә бейеү түңәрәгендә лә шөғөлләнә. Ауылға ҡайтһаҡ инде – өләсәһенең ярҙамсыһы. Әсәйем икмәкте магазиндан һатып алмай, гел үҙе һала, сөнки беҙ ул бешергәнде генә яратып ашайбыҙ. Диана гел өләсәһе янында, аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәнә. Иң ярат­ҡаны – ҡоймаҡ ҡойоу. Бәлештәрҙе лә үҙе бешерә башланы, – ти ҡыҙҙың әсәһе.
Рәсүл ағай һәм Рәмзиә апайҙың бәрәстәре менән бергә 8 кәзәһе бар икән. Һөтө файҙалы, эремсеген дә, ҡымыҙын да эшләйҙәр, хатта ҡоротон да яһай­ҙар.
Диана өләсәһенең баҡсаһында үҫкән алманан һәм эремсектән бәлеш бешереп, рецебын һеҙгә лә тәҡдим итә, ҡыҙҙар.

Йомортҡа, шәкәр, әҙерәк сода, тоҙ, көнбағыш майы ҡушып, cаҡ ҡына йылымыс һыу өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ ҙа, өҫтөн ҡаплап, ситкә ҡуйып торабыҙ. Табаны майлағас, ҡамырҙы алып, түңәрәк формаға килтереп, тигеҙ генә ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һәм бер йомортҡа ҡушып баҫылған эремсекте матур ғына итеп һалабыҙ. Ситен бөрөп сығабыҙ ҙа алма киҫәктәре менән биҙәйбеҙ. Уртаһына шул уҡ алманан сәскә эшләйбеҙ. Бер йомортҡаны һытып, һарыһын бәлеш өҫтөнә һы­лайбыҙ. Мейес­те 180 градусҡа ҡуйып, 20 минут бешерәбеҙ. Телеңде йоторлоҡ бәлеш килеп сыға. Сәйегеҙ тәмле бул­һын!

Читайте нас: