+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Их, тәмле лә бишбармағы!

Был һүрәттәге уңған ҡыҙ – Гүзәл СИБӘҒӘТОВА.

Их, тәмле лә бишбармағы!
Их, тәмле лә бишбармағы!

Ул Стәрлетамаҡ районының Наумовка мәктәбендә уҡый. VI синыфта тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Буш ваҡытында йырларға, бешеренергә ярата. Әсәһе ярҙамында башҡорт халыҡ аштарын бешереү серҙәренә өй­рәнә. Мәҫәлән, бишбармаҡты. Уға тағы ла төр­лө тәмлекәстәр бешереү ныҡ оҡшай. Үҙе бе­шергән ризыҡтары менән туғандарын һыйлай.
Бигерәк тә әсәһе ҡыуанып бөтә алмай. Өйҙә хәҙер ярҙамсыһы бар. Ул эштән ҡайтыуына Гүзәл ҡыҙы тәмле аш йә берәй тәмлекәс бешереп көтөп тора.

Зөһрә Хәкимова.

Их, тәмле лә бишбармағы!
Их, тәмле лә бишбармағы!
Их, тәмле лә бишбармағы!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: