+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Юлбарыҫ менән ҡыҙылтүш шыршыны биҙәр

Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм егеттәр! Бөгөнгө махсус сығарылышыбыҙ Яңы йыл байрамына арнала.

Юлбарыҫ менән ҡыҙылтүш шыршыны биҙәр
Юлбарыҫ менән ҡыҙылтүш шыршыны биҙәр

Күптәрегеҙ өйҙәренә шыршы ултыртып та ҡуйғандыр әле. Был «Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар» битендә тиҫтерҙәрегеҙ һеҙгә уны үҙҙәре яһаған уйынсыҡтары менән биҙәргә лә өйрәтер, табын түренә йыл хужаһы ла яһарбыҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар, был ҡыҙылтүш менән юлбарыҫты эшләүе әллә ни ауыр түгел. Уларҙы яһар өсөн беҙгә ҡурғаш (фольга), пластилин һәм нәҙек еҙ тимер сыбыҡ кәрәк буласаҡ (1-се һүрәт). Иң тәүҙә ҡурғаштан йомарлап, йыл хужаһының кәүҙәһен һәм башын эшләп алабыҙ (2-се һүрәт), унан – тимер сыбыҡтан аяҡтарын һәм ҡойроҡтарын (3-сө һүрәт). Артабан башын, кәүҙәһен, аяҡтарын, ҡойроғон бергә ҡушып, йәнә бер ҡат ҡурғаш менән урайбыҙ (4-се һүрәт). Шунан инде плас­тилин менән һылап формаһына килтергәс (5-се һүрәт), күҙҙәрен, ауыҙын эшләп ҡуябыҙ (6-сы һүрәт). Ҡыҙылтүш турғайҙы ла юлбарыҫты эшләгән тәртиптә яһайбыҙ (7-се һүрәт).
Бына хәҙер беҙҙең матур уйынсыҡтарыбыҙ әҙер. Әйҙәгеҙ, бергәләп шыршыҡайҙы биҙәп тә ҡуяйыҡ, дуҫтар.

Вәсилә ӘЙҮПОВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

2-се һүрәт.
3-сө һүрәт.
4-се һүрәт.
5-се һүрәт.
6-сы һүрәт.
7-се һүрәт.
2-се һүрәт.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: