+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фетрҙан сәскә

Яңы йыл байрамын түҙем­һеҙләнеп көтөп алам.

Фетрҙан сәскә
Фетрҙан сәскә

Йыл һайын үҙем яһаған уйынсыҡтар менән шыршыны биҙәйем. Был юлы фетрҙан сәскәләр эшләнем. Уны яһау юлын һеҙгә лә өйрәтергә теләйем.
Бының өсөн фетр, ҡайсы, еп, энә, линейка кәрәк буласаҡ. Иң беренсе яҡтары 4-әр сантиметр булған 5 квадрат ҡырҡып алабыҙ. Унан һуң һәр бер шаҡмаҡтың ике ҡапма-ҡаршы яғының остарын һәм аҫтын конверт һымаҡ итеп бөкләйбеҙ. Өҫкө яғы ғына шул көйө тороп ҡала. Артабан улар­ҙың барыһын да бер еп менән тегеп сығып, тарттырып ҡуябыҙ. Сәскәнең уртаһын ҙур мәрйен йәки ҡаҙауыс менән биҙәргә мөмкин.

Әлиә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Ярат мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: