-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һүрәтем матур килеп сыҡты

Күп балалар кеүек, мин дә һүрәт төшөрөргә яратам. Уларҙы төрлө ысул менән яһап ҡарайым. Күберәк һыуҙа төшөрөүҙе (эбру) үҙ итәм. Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: акрил буяуҙар менән бик сағыу килеп сыға.

Һүрәтем матур килеп сыҡты
Һүрәтем матур килеп сыҡты

Яңы йылға әҙерләнеп йөрөгәндә башыма бер уй килде: яһаған һүрәтемде төҫлө ҡом менән биҙәп ҡарарға кәрәк. Нисек булыр икән?
Башта юлбарыҫ һүрәте төшөрҙөм, шунан уны акрил буяуҙар менән буяным, кипкәс, өҫтөнә мастихин менән саҡ ҡына ҡәләм-елеме һөртөп сыҡтым. Ул кипкәнсе, өҫтөнә төҫлө ҡом һибеп ҡуйҙым да, ҡоро кисточка менән тигеҙләп сыҡтым.
Шулай итеп, бөтә һүрәтемде биҙәнем. Күҙҙәрен пайеткалар менән матурлап ҡуйҙым. Артыҡ ҡомдо һепереп алдым да юлбарыҫты рамкаға ҡуйҙым.
Яңы йылдың символы әҙер!

Ландыш РАМАҘАНОВА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: