+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәш хәбәрсебеҙ оҫта ҡуллы ла икән!

Бөгөнгө махсус битебеҙҙә һеҙҙе Бөрйән районы Байназар мәктәбенең IX «А» синыфы уҡыусыһы, йәш хәбәрсебеҙ Вәсилә Әйүпова менән яҡындан таныштырабыҙ.

Йәш хәбәрсебеҙ оҫта ҡуллы ла икән!
Йәш хәбәрсебеҙ оҫта ҡуллы ла икән!

Ул 7 балалы татыу, берҙәм һәм матур ғаиләлә тәрбиәләнә. Уҡыу алдынғыһы, оҫта саңғысы икән үҙе. Саңғы ярыштарында ҡатнашып, бер нисә йыл рәттән призлы урындар яуларға ла өлгөргән. Хисле ҡыҙ шиғыр һәм мәҡәләләр яҙа, хатта ҡурайҙа ла уйнай. Сәйфулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә үткәрелгән төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһендә балалар араһында еңеүсе булған. Шулай уҡ мәктәптәрендә Тәнзилә Дәүләтбирҙина исемендәге премия лауреаты ла ул.
Вәсилә буш ваҡытында бешеренергә ярата. Тәмлекәстәр һәм төрлө-төрлө салаттар әҙерләй. Әле һеҙгә уның бер рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Был салатты әҙерләү өсөн 200 грамм краб таяҡсалары, 2 ҡыяр, 3 бешкән йомортҡа, 1 банка консерваланған кукуруз, 2 баш һыуған һәм майонез кәрәк буласаҡ.
Иң тәүҙә краб таяҡсаларын, ҡыярҙы оҙонсалап, ә ҡалғандарын шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шунан бөтәһен бергә ҡушып, майонез менән бутайбыҙ. Һуңынан тәрилкәгә һалып, йәшел укроп, петрушка менән биҙәргә мөмкин.

Йәш хәбәрсебеҙ оҫта ҡуллы ла икән!
Йәш хәбәрсебеҙ оҫта ҡуллы ла икән!
Йәш хәбәрсебеҙ оҫта ҡуллы ла икән!
Йәш хәбәрсебеҙ оҫта ҡуллы ла икән!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: