+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Атайым һәр яҡлап та өлгө

Мин һеҙгә ҡыйыу, оҫта, һәр яҡлап та уңған атайым Рәмил Ғәлиуллин тураһында бәйән итмәксемен. Ул Ҡыраҡа тауҙары итәгендә урынлаш­ҡан матур Шығай ауылында 1973 йылдың 26 октябрендә донъяға килгән. Ошонда мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһында электрик һөнәрен үҙләштерә. Артабан Белорет металлургия комбинатында эшләй башлай. Күп тә үтмәй, Хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә алына. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған ауылында эшкә тотона.

Атайым һәр яҡлап та өлгө
Атайым һәр яҡлап та өлгө

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигәндәй, атайымдың белмәгәне юҡ. Мәҫәлән, ул – электромонтёр ҙа, шофёр ҙа, тракторсы ла, иретеп йәбештереүсе лә. Беҙгә, өс улына, өлгөлө ғаилә башлығы ла. Кәртә-ҡура эштәре менән булышҡанда белгәндәрен өйрәтеп тә йөрөй. Беҙгә бысҡыны нисек итеп тотоп, утын бысыу, машина йөрөтөү, бесән сабыу, уны йыйып күбәләү, кәбәнгә һалыу кеүек эштәрҙең сер­ҙәрен төшөндөрә. Ниндәйҙер эш ҡушыр алдынан атайым иң алда беҙгә аңлатып, күр­һәтеп бирә. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр, беҙ унан күп нәмәгә өйрәнеп, бергәләшеп теүәлләп тә ҡуябыҙ.
Буш ваҡыттарҙа атайым менән балыҡ ҡармаҡларға йөрөйбөҙ.
Хәҙерге ваҡытта ул ауыл хакимиәтендә водитель вазифаһын башҡара. Яңыраҡ ауылдаштары араһында үҙен сәхнә оҫтаһы булараҡ та танытты. Көлкө кисәһендә ролдәрҙе килештереп уйнауы, юморға бай булыуы менән тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Беҙ атайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Эшкә өйрәткән һәр алымын ҙур теләк менән отоп алыр­ға һәм өйрәнергә тырышабыҙ.

Рузил ҒӘЛИУЛЛИН,
VIII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы,

Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: