+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Йөрәк" бүләк ит

 Иң яҡын дуҫыңа үҙең яһаған «Йөрәк»те бүләк итергә мөмкин. 

"Йөрәк" бүләк ит
"Йөрәк" бүләк ит

Бының өсөн ҡатырға киҫәге, гофрировкалы ҡағыҙ, тар ғына матур таҫма, ҡайсы, ПВА елеме кәрәк буласаҡ.

Иң тәүҙә ҡатырғаға йөрәк һүрәте төшөрәбеҙ ҙә уны киҫеп алабыҙ. Өҫкө яғына тишек тишеп, таҫманы бәйләп ҡуябыҙ.

Хәҙер гофрировкалы ҡағыҙҙан бер иш квадраттар киҫәбеҙ. Шунан уларҙы берәм-берәм алып, ситен елемгә манып, йөрәккә йәбештереп сығабыҙ. Матур ғына килеп сыға. Кемдәр Изге Валентин көнөн билдәләп үтергә ярата, иң яҡын дуҫтарығыҙға үҙегеҙ яһаған "Йөрәк"те бүләк итергә мөмкин.

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: