+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бүләккә - ләлә сәскәләре

Яҙҙың тәүге матур байрамы яҡынлаша. Ә һеҙ яҡын кешеләрегеҙгә нимә бүләк итергә, тип һаман да баш ватаһығыҙмы? Улайһа, йәһәтләп эшкә тотоноғоҙ. Яҙ, наҙ символы булған ләлә сәскәләрен яһарға өйрәтәбеҙ. Һеҙ һүрәттә күргән был сәскәләр гөлләмәһе бер тапҡыр ҡулланыла торған пластик ҡалаҡтарҙан эшләнгән. Сағыу төҫтәрҙе ҡулланып әҙерләнгән композиция матур ҙа, арзан да килеп сыға. Иң мөһиме, үҙ ҡулдарың менән эшләнгән бүләк ҡәҙерле була ул.

Бүләккә - ләлә сәскәләре
Бүләккә - ләлә сәскәләре

Ләлә сәскәләрен эшләү өсөн ни бары пластик ҡалаҡтар, ҡолаҡ һәм теш таҙартҡыс таяҡсалар, термо елем, йәшел төҫлө ҡағыҙ, буяуҙар, ҡумта, туҡыма һәм сағыу таҫма кәрәк буласаҡ.
Эште пластик ҡалаҡтарҙы буяуҙан башлайбыҙ. Акрил, гуашь йәки һип­тереп буяй торған баллонлы буяуҙар ҡулланыу яҡшыраҡ. Бер ләлә сәскәһен эшләр өсөн 5 – 6 ҡалаҡ кәрәк. Шунан инде ҡолаҡ өсөн таяҡсаларҙы һары төҫкә манып, өсәрләп йәбештерәбеҙ. Улар сәскәнең һеркәстәре ролен үтәйәсәк. Оҙонораҡ бул­һындар өсөн теш таҙартҡыс таяҡсаларын да өҫтәп нығытабыҙ.
Хәҙер инде сәскә таждарын йыябыҙ. Буялған ҡалаҡтар менән һеркәстәрҙе уратып, елем менән йәбештереп беркетәбеҙ. Елем кипкәс, ҡалаҡтарҙы үҙебеҙ теләгәнсә бөгәбеҙ. Был сәскәне ҡабартып күрһәтәсәк. Һабағын, йәғни ҡалаҡ тотҡаларын, йәшел төҫлө ҡағыҙ менән уратып сығабыҙ, япраҡтар эшләйбеҙ.
Сәскә әҙер. Күпме кәрәк – шунса яһағас, кәрзин, ваза йә булмаһа биҙәлгән матур ҡумтаға һалып, гөлләмә йыябыҙ. Ҡумта өсөн бушаған кәнфит һауыттарын да ҡулланырға мөмкин. Туҡыма менән уратып йәбештереп, сағыу таҫмалар менән биҙәһәң, матур ғына кәрзин-һауыт килеп сыға.
Ләлә сәскәләренән йыйылған гөлләмә 8 Март байрамы өсөн бына тигән шәп бүләк буласаҡ.

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: