+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡулдарынан нурҙар тама

Был һүҙҙәр тап Әлфинур Ғәлиева хаҡында әйтелгән кеүек. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыу­ҙырыусы уңған ҡыҙ Әлшәй районы Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының IX синыфында уҡый. Бәләкәйҙән ҡул эшенә маһир ул. Йөн ойоҡ, тәпешкәләр, ырғаҡ менән сәскәләр, ултырғыс япмалары бәйләй, сигеү сигә, сейләндән төрлө сувенирҙар, биҙәүестәр, картиналар яһай. Күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһын һалып башҡарғас, эштәре матур килеп сыға.

Ҡулдарынан нурҙар тама
Ҡулдарынан нурҙар тама

– Алтынсыла уҡығанда ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә тәүге тапҡыр сәйлән менән күсмә-күс (ҡамҡа) эшләп ҡарағайным. Оҡшап ҡалды. Шунан беләҙек, алҡа кеүек биҙәүестәр, сувенир­ҙар, картиналар яһауға күс­тем. Хәҙер күберәк интернеттан ҡарап өйрәнәм. Буш ваҡытым килеп сығыу менән яратҡан шөғөлөмә тотонам. Эштәремде байрамдарҙа яҡындарыма, әхирәттәремә бүләк тә итәм. Ҡыуанып ҡабул итәләр, – ти Әлфинур үҙе был хаҡта.
Өләсәһе Зәлиә Сәмиғуллинанан халҡыбыҙҙың милли кәсептәренең береһе бул­ған балаҫ һуғыу серҙәренә лә өйрәнә оҫта ҡуллы ҡыҙ. Был шөғөлө айырыуса һоҡландырҙы. Балаҫ һуғыу – хәҙерге заманда онотолоп барған һөнәр бит, оҫталар ҙа әллә ни күп түгел. Шуға ла өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған һуғылған балаҫтар беҙҙең өсөн ҡомартҡыға тиң. Ә уҡыусы баланың был шөғөл менән мауығыуы күптәргә өлгө булырлыҡ.
– Өләсәйем тирә-яҡта балаҫ һуғыу оҫтаһы булып танылған. Уның һуҡҡан балаҫтарының иҫәбе-һаны юҡ. Һәр береһе матур, сағыу, үҙенсәлекле биҙәктәр менән эшләнгән. Үҙемде белгәндән алып өй эсендә станок булды. Өләсәйем уны күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлай. Тәүҙә уның күңел биреп, онотолоп балаҫ һуғыуын ҡыҙығып ҡарай торғайным. Үҫә төшкәс, мине лә өйрәтә башланы. Хәҙер станок менән эш итә беләм. Икәүләшеп балаҫтар һуғабыҙ. Был шөғөл күңелемә бик яҡын, аҙаҡ һөҙөмтәһен күреү – икеләтә ҡыуаныслы. Был ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә, күңелдәргә ҡанат ҡуя, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлфинур.
Өләсәһе генә түгел, әсәһе лә оҫта ҡуллы уның. Сигеү, бәйләүгә һәләте унан күскән.
Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Башҡорт теле, урыҫ теле, әҙәбиәт, йәм­ғиәт­те өйрәнеү дәрестәрен көтөп ала. Төрлө олимпиада, ижади бәйге­ләрҙә ҡатнашып, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнгән. Рәсемде лә оҫта төшөрә, бейеү, театр түңәрәктәрендә шө­ғөлләнә. Ҡыҫҡаһы, өлгөр ҡыҙ лицей тормошонда ҡайнап йәшәй.
Ваҡыттың һәр минутын файҙалы үткәрергә тырыша. Быйыл IX синыфта булғас, буш ваҡыт һирәк эләкһә лә, ҡул эштәре менән булы­шыр­ға яйын таба ул.
Күңел талабына әйләнгән матур шөғөлдәреңдән киләсәктә лә айырылма, Әлфинур! Һинең һымаҡ күңеле матур, ҡулдары алтын бул­ған матурлыҡ тыуҙырырға яратыусы кешеләр биҙәй бит донъяны!

Юлиә КИРӘЕВА.

Ҡулдарынан нурҙар тама
Ҡулдарынан нурҙар тама
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: