+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй хужабикә

Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, VI синыфта ғына уҡып йөрөгән Лилиә Зәйнуллина әсәһенә оҡшап, бешеренергә әүәҫ. Бәләкәйҙән һәр эшкә ҡыҫылып, әсәһе менән бергәләп аш-һыу әҙерләгән уңған ҡыҙ хәҙер үҙе яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйлай.

Бәләкәй хужабикә
Бәләкәй хужабикә

Лилиә – Ямал-Ненец автономиялы округының Губкин ҡалаһындағы 3-сө мәктәптә белем ала. Сит яҡтарҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, туған телдә иркен аралаша, тамырҙарын белеп үҫә. Йыл һайын йәйгеһен ата-әсәһенең тыуған яғы булған Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылына ашҡынып ҡайта ул. Бында дуҫтары ла күп, йыл буйына бәйләнеште өҙмәй, телефон аша аралашып торалар.
Урыҫ теле, тарих, технология, физкультура дәрестәрен үҙ иткән Лилиә – уҡыу алдынғыһы ла. Төрлө ҡул эштәре, оригами эшләргә әүәҫ, бейеү түңәрәгендә лә шөғөлләнә.
– Ҡыҙым – алыштырғыһыҙ ярҙамсым. Белгәндәремде өйрәтергә тырышам. Рецептарҙы блокнотына яҙып бара, интернеттан да ҡарап өйрәнә. Ял көндәрендә иртәнге ашты күпселек ул әҙерләй. Әлбиттә, мин быны талап итмәйем, үҙе теләп башҡара. Өйрәнгәне үҙе өсөн яҡшы, тип ҡыуанам ғына, – ти әсәһе Нурания Фәнгиз ҡыҙы.
Төрлө бәлеш, пицца, ҡамыр эсендәге сосиска, печенье, ҡоймаҡ кеүек ҡамыр ризыҡтарын бешерергә оҫтарып алған Лилиә. «Һә» тигәнсе әҙерләп ҡуя. Ҡустыһы Илназ менән һеңлеһе Гөлназ да апайҙарының тәмлекәс бешереүен көтөп кенә торалар.
Уңған ҡыҙҙың салаттары ла телеңде йоторлоҡ килеп сыға. Ролл, бургер, шаурма ла эшләй белә.
Бешеренергә яратҡан бәләкәй хужабикә 8 Мартта яҡындарын нимә ме­нән һыйлаясағын да хәл итеп ҡуй­ған. Байрам табынына «Ҡырмыҫҡа иләүе» тортын бешерәсәк ул.

Юлиә КИРӘЕВА.

Бәләкәй хужабикә
Бәләкәй хужабикә
Бәләкәй хужабикә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: