Һәр кис һайын йыйылып, кем балаҫ һуғырға епте йомғаҡлай, кем йыр һуҙа, кем ҡумыҙ сиртә, кемеһелер станок тирәһендә булыша. Эйе, онотолоп барған боронғо кәсепте тергеҙеү – оло эш. Уҙған йыл Ҡаныҡай китапханаһында эшләүсе Рима Ришат ҡыҙы Нафиҡова балаҫ һуғыу буйынса проект эшләп, гранҡа эйә булды. Һәм был ағинәйҙәрҙең күптәнге хыялы ине! Улар Рима Ришат ҡыҙының хеҙмәтен дәррәү хуплап, бөгөн ошо эште бергә дауам итәләр. Күптән түгел ошо ике ауылдың һәр ике өйҙөң береһендә матур аҫалы балаҫ һуҡҡандар ҙа ул! Кемдеңдер әсәһе, кемдеңдер туғаны. Кемдеңдер келәтендә станоктар, матур буяуҙарға мансылған йомғаҡтар ҙа һаҡланған. Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙарының был һәйбәт башланғысында уңыштар теләйбеҙ!
Сөмбөл Әсфәндиәрова, Ҡаныҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Фото:Сөмбөл Әсфәндиәрова.