+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Артур шаурма әҙерләй

Артур Рамаҙанов Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының VI «А» синыфында белем ала. 

Артур шаурма әҙерләй
Артур шаурма әҙерләй

Ул тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Иң яратҡан дәрестәре – математика, информатика. Мәктәптән ҡайтҡас, «Тамыр» вокал ансамблендә шөғөлләнә. «Тау-тау хәбәр»ҙә – хәбәрсе, шулай уҡ «Тамыр»ҙың башҡа тапшырыу­ҙарында ла ҡатнаша. Уның иң яратҡан шөғөлө футбол һәм хоккей уйнау икән.

Был шәп егет мине бик оҫта итеп шаурма әҙерләй белеүе менән дә һоҡландырҙы. «Өйҙә әҙерләнгән шаурма, һатыуҙағы менән сағыштырғанда, тәмлерәк була. Ял көндәрендә атай-әсәйемде һәм һеңлемде һыйлайым», – тип белдерҙе ул.
Әйҙәгеҙ, һеҙҙе лә өй шарттарында Артур­ҙың рецебы буйынса шаурма яһарға өйрәтәбеҙ. Уны әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: ләүеш (магазиндан әҙерҙе һатып алырға мөмкин). Эслек өсөн: Пекин кәбеҫтәһе йә булмаһа салат япрағы, помидор, ҡыяр, бер аҙ һуған, корейса әҙерләнгән кишер, сыр, тауыҡ ите. Соус өсөн – майонез, кетчуп, ҡаймаҡ һәм тәмлекәстәр (өйҙә нимә бар).
Әҙерләү ысулы: тауыҡ итен дүрткел генә итеп турап, тәмлекәстәр һалып ҡыҙҙырырға. Йәшелсәләрҙе йыуып, оҙонса формала турарға кәрәк. Ләүеште йәйеп, соус һөртөргә, аҙаҡ тауыҡ ите, уның өҫтөнә йәшелсәләр, сыр һәм соус һалына. Шунан ләүеш йәймәһен тығыҙ рулет кеүек төрөргә кәрәк. Килеп сыҡҡан шаурманы майлы табала ҡыҙҙырып алырға онотмағыҙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: